Йәшлегем
♪
Начинаем
Бик йыраҡта ҡалды инде,
Йырлап үткән йәшлек сағым.
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Йәшлегем» — Темәс төркөмө
Бик йыраҡта ҡалды инде,
Йырлап үткән йәшлек сағым.
Шул йәшлегем иҫкә төшһә,
Йөрәккәем ярһый тағын.
Һағынам, һағынам, һағынам
мин һине.
Йәшлегем, йәшлегем, йәшлегем, ҡайтсы әле.
Ҡайҙа һин, ҡайҙа һин, ҡайҙа һин, йәшлегем.
Йәшлегем, йәшлегем, йәшлегем, ҡайтсы әле.
Аҡ ҡайындар, аҡ томандар
Ғәжәп матур ине шул саҡ.
Көн дә кисен яныр ине
Һыу буйында беҙҙең усаҡ.
Һағынам, һағынам, һағынам
мин һине.
Йәшлегем, йәшлегем, йәшлегем, ҡайтсы әле.
Ҡайҙа һин, ҡайҙа һин, ҡайҙа һин, йәшлегем.
Йәшлегем, йәшлегем, йәшлегем, ҡайтсы әле.
Шул усаҡтың яҡтыһында
Күргән инем бер сибәрҙе.
Шундай моңло йырлай ине
Ғашиҡ итеп егеттәрҙе.
Һағынам, һағынам, һағынам
мин һине.
Йәшлегем, йәшлегем, йәшлегем, ҡайтсы әле.
Ҡайҙа һин, ҡайҙа һин, ҡайҙа һин, йәшлегем.
Йәшлегем, йәшлегем, йәшлегем, ҡайтсы әле.
Йәшлегем, йәшлегем, йәшлегем ҡайтсы әле.