Эй йүкә, йүкә

Усманова Зилә

♪
Начинаем
Бейек тауҙың баштарында
Ел әйләндерә ташты
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Эй йүкә, йүкә» — Зилә Усманова

Бейек тауҙың баштарында Ел әйләндерә ташты Әллә яҙмыш, әллә яңлыштар Әйләндерә башты. Әллә яҙмыш, әллә яңлыштар Әйләндерә башты. Эх йүкә, йүкә, йүкә, Йәш ғүмер бик тиҙ үтә Йәш ғүмерҙәр ник тиҙ үтә, Әйт әле шуны, йүкә. Йәш ғүмерҙәр ник тиҙ үтә, Әйт әле шуны, йүкә. Һыуға һалһаң, һыу күтәрмәй Бер мыҫҡал тимерҙәрҙе. Һатып алып булмай, дуҫтар Үткән йәш ғүмерҙәрҙе. Һатып алып булмай, дуҫтар Үткән йәш ғүмерҙәрҙе. Эх йүкә, йүкә, йүкә, Йәш ғүмер бик тиҙ үтә Йәш ғүмерҙәр ник тиҙ үтә, Әйт әле шуны, йүкә. Йәш ғүмерҙәр ник тиҙ үтә, Әйт әле шуны, йүкә. Быйыл сыҡҡан пароходтар Йәшел микән, күк микән? Үткән ғүмер үткән инде, Ҡалған ғүмер күпме икән? Үткән ғүмер үткән инде, Ҡалған ғүмер күпме икән? Эх йүкә, йүкә, йүкә, Йәш ғүмер бик тиҙ үтә Йәш ғүмерҙәр ник тиҙ үтә, Әйт әле шуны, йүкә. Йәш ғүмерҙәр ник тиҙ үтә, Әйт әле шуны, йүкә. Һары һандуғас балаһын Күрмәнем күмелгәнен. Ник тулмаһын күңелдәрем, Үтте йәш ғүмерҙәрем. Ник тулмаһын күңелдәрем, Үтте йәш ғүмерҙәрем. Эх йүкә, йүкә, йүкә, Йәш ғүмер бик тиҙ үтә Йәш ғүмерҙәр ник тиҙ үтә, Әйт әле шуны, йүкә. Йәш ғүмерҙәр ник тиҙ үтә, Әйт әле шуны, йүкә. Иртән тороп тышҡа сыҡһам Үлән үҫә дым менән. Үләндәр үҫә дым менән, Ғүмерем үтә моң менән. Үләндәр үҫә дым менән, Ғүмерем үтә моң менән. Эх йүкә, йүкә, йүкә, Йәш ғүмер бик тиҙ үтә Йәш ғүмерҙәр ник тиҙ үтә, Әйт әле шуны, йүкә. Йәш ғүмерҙәр ник тиҙ үтә, Әйт әле шуны, йүкә. Эх йүкә, йүкә, йүкә, Йәш ғүмер бик тиҙ үтә Йәш ғүмерҙәр ник тиҙ үтә, Әйт әле шуны, йүкә. Йәш ғүмерҙәр ник тиҙ үтә, Әйт әле шуны, йүкә. Әйт әле шуны, йүкә.