Әйләнеп ҡайтығыҙ

Ансамбль Дәрт

♪
Начинаем
Ағыла тын ғына,
Йыр булып моң ғына,
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Әйләнеп ҡайтығыҙ» — Ансамбль Дәрт

Ағыла тын ғына, Йыр булып моң ғына, Кемдәрҙер ҡайҙалыр китәләр… Һағыштан янғандар, Йәштәре тамғандар Юлдарҙа өҙөлөп көтәләр. Күңелдә йөргән йәр, Төштәргә кергән йәр, Ҡайһыбыҙ һағынмай әйтегеҙ?! Йәшлектең таңына, Вәғәҙәләр хаҡына Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ. Парлылар бергәләп, Йөрәкте телгәләп, Күңелде әрнетеп үтәләр... Оло юл сатында Күрешеү көндәрен Яңғыҙҙар зарығып көтәләр. Күңелдә йөргән йәр, Төштәргә кергән йәр, Ҡайһыбыҙ һағынмай әйтегеҙ?! Йәшлектең таңына, Вәғәҙәләр хаҡына Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ. Тыуған ер тарта ул, Иҫәндәр кайта ул, Ҡауышыу көндәрен беләләр. Һағыштан янғандар, Йәштәре тамғандар Юлдарҙа өҙөлөп көтәләр. Күңелдә йөргән йәр, Төштәргә кергән йәр, Ҡайһыбыҙ һағынмай әйтегеҙ?! Йәшлектең таңына, Вәғәҙәләр хаҡына Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ. Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ.