Ҡыҙыма

Хәкимова Зифа

Начинаем
Әле яңы ғына сабый инең,
Еткән ҡыҙ ҙа булдың инде, балам.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Ҡыҙыма» — Зифа Хәкимова

Әле яңы ғына сабый инең, Еткән ҡыҙ ҙа булдың инде, балам. Тик күңелең hаман шул сабыйҙай Саф hәм яҡты булып ҡала алған. Алғанhың үҙеңә яҙҙарҙың наҙҙарын, Алтын көҙ иш иткән хистәрҙең байлығын, Бөгөлмә елдәргә, ҡыш hипhә ҡарҙарын, Яныңда hәр ваҡыт мин hаҡлап барырмын! Ҡыҙыҡайым, ҡыҙғынам, Аҡыллы, hылыуhың. Оҙон, тигеҙ hәм аҡ булhын Үтәсәк ғумер юлың! Бәхет-шатлыҡтарға тулhын Үтәсәк ғумер юлың! Ҡыҙыҡайым,ҡыҙғынам, Аҡыллы, hылыуhың. Мөхәббәтле,парлы булhын Үтәсәк ғумер юлың! Бәхет-шатлыҡтарға тулhын Үтәсәк ғумер юлың! Иң бәхетле әсәй иттең мине, Ак нурҙарға төрҙөң донъямды. Теләгемдең изгеләре hиңә, Ҡабул итhен Хоҙай доғамды. Алғанhың үҙеңә яҙҙарҙың наҙҙарын, Алтын көҙ иш иткән хистәрҙең байлығын, Бөгөлмә елдәргә, ҡыш hипhә ҡарҙарын, Яныңда hәр ваҡыт мин hаҡлап барырмын! Ҡыҙыҡайым, ҡыҙғынам, Аҡыллы, hылыуhың. Оҙон, тигеҙ hәм аҡ булhын Үтәсәк ғумер юлың! Бәхет-шатлыҡтарға тулhын Үтәсәк ғумер юлың! Ҡыҙыҡайым, ҡыҙғынам, Аҡыллы, hылыуhың. Мөхәббәтле, парлы булhын Үтәсәк ғумер юлың! Бәхет-шатлыҡтарға тулhын Үтәсәк ғумер юлың!