Аҡҡош күле
♪
Начинаем
Килде көткән яҙҙар,
Күңел тулы наҙҙар,
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Аҡҡош күле» — Фәрит Бикбулатов
Килде көткән яҙҙар,
Күңел тулы наҙҙар,
Киң яландар гөлгә күмелә.
Үткәндәрҙе уйлап,
Бер аҙ яман һулап,
Килдем әле аҡҡош күленә.
Үткәндәрҙе уйлап,
Бер аҙ яман һулап,
Килдем әле аҡҡош күленә.
Аҡҡош күле тоноҡ,
Тирә яғы тымыҡ,
Сер һөйләшә зифа ҡамыштар.
Һис кенә лә тыңмай,
Ҡолағымда сыңлай,
Таныш моңдар, таныш тауыштар.
Һис кенә лә тыңмай,
Ҡолағымда сыңлай,
Таныш моңдар, таныш тауыштар.
Бәлки килерһең тип,
Килһәң күрерһең тип,
Яр башында усаҡ ҡабыҙҙың.
Пар аҡҡоштар һыуҙа,
Ғорур йөҙөп уҙа,
Ә, мин ярҙа япа — яңғыҙым.
Пар аҡҡоштар һыуҙа,
Ғорур йөҙөп уҙа,
Ә, мин ярҙа япа — яңғыҙым.
Пар аҡҡоштар һыуҙа,
Ғорур йөҙөп уҙа,
Ә, мин ярҙа япа — яңғыҙым.
Пар аҡҡоштар һыуҙа,
Ғорур йөҙөп уҙа,
Ә, мин ярҙа япа — яңғыҙым.
Ә, мин ярҙа япа — яңғыҙым.