Тыуған яҡ ҡайындары

Хәмзин Ғәли

♪
Начинаем
Тыуған яҡтың ҡайындары ҡалалар инде,
Оҙатыша баралар инде,
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Тыуған яҡ ҡайындары» — Ғәли Хәмзин

Тыуған яҡтың ҡайындары ҡалалар инде, Оҙатыша баралар инде, Йөрәгемә япраҡтарын яралар инде, Һағыштарға һалалар инде. Йөрәгемә япраҡтарын яралар инде, Һағыштарға һалалар инде. Ҡайындарым арттан ҡалмай сабалар инде, Оҙатыша баралар инде, Киткән һайын яҡыная баралар инде, Һағыныуҙан дауалар инде. Киткән һайын яҡыная баралар инде, Һағыныуҙан дауалар инде. Тыуған яҡтың ҡайындары ҡалалар инде, Кемдәр һөйөп ҡарарҙар инде, Ғүмерем буйы миңә табан сабарҙар инде, Ҡайтмай һис тә ҡалалмам инде. Ғүмерем буйы миңә табан сабарҙар инде, Ҡайтмай һис тә ҡалалмам инде. Ҡайтмай һис тә ҡалалмам инде.