♪
Начинаем
Йәш ғүмер бер уҙғас, ҡайтмай ул яңынан.
Тик минең йәшлек никтер ҡайтыр кеүек.
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Йәш ғүмәр» — Альберт Салаватов һәм Гөлшат Давлетшина
Йәш ғүмер бер уҙғас, ҡайтмай ул яңынан.
Тик минең йәшлек никтер ҡайтыр кеүек.
Йәшлектә һөйгән йәр «Һағындым килеп ал,
Һине көтәм һаман», — тип әйтер кеүек.
Йәшлектә һөйгән йәр «Һағындым килеп ал,
Һине көтәм һаман», — тип әйтер кеүек.
Юҡ, ҡайтмаҫ йәш ғүмер — ҡалды ул йыраҡта,
Зәңгәр томан артында һағыш булып.
Йәшләй һөйгән йәр ҙә ятҡа ҡалды унда,
Әллә яңлыш, әллә бер яҙмыш булып.
Йәшләй һөйгән йәр ҙә ятҡа ҡалды унда,
Әллә яңлыш, әллә бер яҙмыш булып.
Яңылышты төҙәтеп, яҙмышты үҙгәртеп,
Йәшәһәң, йәшлек кире ҡайтыр кеүек.
Тик бер йыраҡ йондоҙ йә айҙың Зөһрә ҡыҙ,
Йәшлек яҙың бында, тип әйтер кеүек.
Тик бер йыраҡ йондоҙ йә айҙың Зөһрә ҡыҙ,
Йәшлек яҙың бында, тип әйтер кеүек.
Йәшлек яҙың бында, тип әйтер кеүек.