Ашыҡмасы, ғүмер
♪
Начинаем
Аҡҡан һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Булмаймы икән бер аҙ туҡтатып.
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Ашыҡмасы, ғүмер» — Рауил Харрасов
Аҡҡан һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Булмаймы икән бер аҙ туҡтатып.
Йәшлегемә ҡайтып бер урайым,
Әй, ғүмеркәй, үтмә, туҡтап тор!
Йәшлегемә ҡайтып бер урайым,
Әй, ғүмеркәй, үтмә, туҡтап тор!
Йәшлектәге һандуғаслыҡ таңда,
Бер урармын ауыл урамын.
Тәүге мөхәббәтем ҡаршы сығып
Хыялдарға сумып торамын.
Тәүге мөхәббәтем ҡаршы сығып
Хыялдарға сумып торамын.
Бер күҙ асып йомған ара ғына
Йәшлек менән ҡартлыҡ араһы.
Ашыҡмасы әле, әй, һин - ғүмер,
Йәшлектә бит килә ҡалаһы.
Ашыҡмасы әле, әй, һин - ғүмер,
Йәшлектә бит килә ҡалаһы.
Йәшлектә бит килә ҡалаһы.
Йәшлектә бит килә ҡалаһы.