Тыуған ауылым минең
♪
Начинаем
Тыуған ауылым минең,
Ҡуйыныңда һинең
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Тыуған ауылым минең» — Ирек Ноғоманов
Тыуған ауылым минең,
Ҡуйыныңда һинең
Гөрләп үтте үҫмер йылдарым.
Ҡырҙарың хуш еҫле,
Һәр саҡ яҙҙар төҫлө,
Шунда тыуҙы тәүге йырҙарым.
Ҡырҙарың хуш еҫле,
Һәр саҡ яҙҙар төҫлө,
Шунда тыуҙы тәүге йырҙарым.
Инеш буйың йәмле,
Һыуҙарың да тәмле,
Елдәрең дә наҙлы, яғымлы.
Айлы кистәрең дә
Һаман иҫтәремдә, -
Яратам мин тыуған ауылымды.
Яландарың иркен,
Ауылымдың күрке -
Һыҙылып атҡан алһыу таңдарың.
Һаман һиндә күңел,
Оноторлоҡ түгел
Һайрар ҡоштарыңдың моңдарын.
Һаман һиндә күңел,
Оноторлоҡ түгел
Һайрар ҡоштарыңдың моңдарын.
Һайрар ҡоштарыңдың моңдарын.
Һайрар ҡоштарыңдың моңдарын.