Яратһам

Хөснөтдинов Рифмир

Начинаем
Яратһам, таштар ярырмын,
Һине эҙләп табырмын.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Яратһам» — Рифмир Хөснөтдинов

Яратһам, таштар ярырмын, Һине эҙләп табырмын. Көндөҙ йондоҙ ҡабыҙырмын, Төнөн ҡояш булырмын. Мәңгеллеккә эҙҙәреңдә Мөғжизәләй янырмын, Тын алышың туҡтағансы Өмөт, маяҡ булырмын. Һинең өсөн генә иркәм Был доньяла тын алам, Шуның өсөн һәр көнөмдө Мин барлап йырға һалам. Яратһам, янып йәшәрмен Һәр бер атҡан көнөңдә, Мәрхәмәтлеккә сумырмын Төшөң түгел - өнөңдә. Яратһам, ныҡ ҡағылмаҫмын Быяла күңелдәргә - Ярсыҡтары ҡан илатыр Йәшәйһе ғүмерҙәрҙә. Яратһам, алып менермен Ләззәтле хыялдарға, Тормошобоҙҙо йәмләрмен Тик дөрөҫ буяуҙарға. Һинең өсөн генә иркәм Был доньяла тын алам, Шуның өсөн һәр көнөмдө Мин барлап йырға һалам. Яратһам, янып йәшәрмен Һәр бер атҡан көнөңдә, Мәрхәмәтлеккә сумырмын Төшөң түгел - өнөңдә. Һинең өсөн генә иркәм Был донъяла тын алам, Шуның өсөн һәр көнөмдө Мин барлап йырға һалам. Яратһаң, янып йәшәрһең Һәр бер атҡан көнөңдә, Мәрхәмәтлеккә сумырһың Төшөң түгел - өнөңдә. Һинең өсөн генә иркәм Был донъяла тын алам, Шуның өсөн һәр көнөмдө Мин барлап йырға һалам. Яратһаң, янып йәшәрһең Һәр бер атҡан көнөңдә, Мәрхәмәтлеккә сумырһың Төшөң түгел - өнөңдә.