Әрем еҫе, әрем тәме
♪
Начинаем
Ҡайтһам тыуған яҡтарыма,
Сыҡһам әгәр болондарға.
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Әрем еҫе, әрем тәме» — Фирүзә Париж, Флүрә Туйсина
Ҡайтһам тыуған яҡтарыма,
Сыҡһам әгәр болондарға.
Әрем еҫе, әрем тәме
Элек йөрөгән урындарҙа.
Тынғы бирмәй әремдәрҙең
Әле еҫе, әле тәме,
Мине генә әрнетәме
Әрем еҫе, әрем тәме.
Тынғы бирмәй әремдәрҙең
Әле еҫе, әле тәме,
Мине генә әрнетәме
Әрем еҫе, әрем тәме.
Шул әремдәр еҫе тула,
Һағыш тигән яраларға.
Яндарымда берәү ҙә юҡ,
Яраларҙан араларға.
Тынғы бирмәй әремдәрҙең
Әле еҫе, әле тәме,
Мине генә әрнетәме
Әрем еҫе, әрем тәме.
Тынғы бирмәй әремдәрҙең
Әле еҫе, әле тәме,
Мине генә әрнетәме
Әрем еҫе, әрем тәме.
Яҙмыштарҙың бар әсеһе
Әллә инде әремдәме?
Әллә инде мин үҙемдә
Шул әремдәр хәлендәме?
Тынғы бирмәй әремдәрҙең
Әле еҫе, әле тәме,
Мине генә әрнетәме
Әрем еҫе, әрем тәме.
Тынғы бирмәй әремдәрҙең
Әле еҫе, әле тәме,
Мине генә әрнетәме
Әрем еҫе, әрем тәме.
Мине генә әрнетәме
Әрем еҫе, әрем тәме.
Мине генә әрнетәме
Әрем еҫе, әрем тәме.