Хәрбиҙәр
♪
Начинаем
Тыуған илен, ерен һаҡлар өсөн
Ил улдары бирә анттарҙы,
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Хәрбиҙәр» — Радик Вәлмөхәмәтов
Тыуған илен, ерен һаҡлар өсөн
Ил улдары бирә анттарҙы,
Баш эйәбеҙ һеҙҙең алдығыҙҙа
Һеҙ бит Рәсәй иле ҡалҡаны!
Күркәмлектәр өҫтәй һынығыҙға
Өҫтөгөҙҙә хәрби кейемдәр,
Һоҡланабыҙ һеҙҙең ҡыйыулыҡҡа
Анттарына тоғро хәрбиҙәр.
Һа-а-ай, илемдең, һай, илемдең улдары!
Замана яугирҙәре,
Һеҙҙең һаҡҡа тапшырылған,
Һеҙҙең һаҡҡа тапшырылған
Ер, Күк һәм Диңгеҙҙәре!
Һалдаттарҙан генералға тиклем
Күтәрелә һеҙҙең чинығыҙ,
Изге йөктө һалып иңдәренә
Йөкмәп бара ике иңегеҙ..
Халҡыбыҙҙың таяныр терәге
Илем ғорурлығы хәрбиҙәр,
Ағас күрке йәшел япраҡ булһа,
Үҙ Ватанын батыр ил биҙәр.
Һа-а-ай, илемдең, һай, илемдең улдары!
Замана яугирҙәре,
Һеҙҙең һаҡҡа тапшырылған,
Һеҙҙең һаҡҡа тапшырылған
Ер, Күк һәм Диңгеҙҙәре!
Тыуған илен, ерен һаҡлар өсөн
Ил улдары бирә анттарҙы,
Баш эйәбеҙ һеҙҙең алдығыҙҙа
Һеҙ бит Рәсәй иле ҡалҡаны!
Яурын башындағы погондарҙа
Илгә бурысығыҙ баҫылған,
Борондарҙан башҡорт ир-егете
Батыр яугир булып һаналған.
Һа-а-ай, илемдең, һай, илемдең улдары!
Замана яугирҙәре,
Һеҙҙең һаҡҡа тапшырылған,
Һеҙҙең һаҡҡа тапшырылған
Ер, Күк һәм Диңгеҙҙәре!
Һа-а-ай, илемдең, һай, илемдең улдары!
Замана яугирҙәре,
Һеҙҙең һаҡҡа тапшырылған,
Һеҙҙең һаҡҡа тапшырылған
Ер, Күк һәм Диңгеҙҙәре!