Тик һинән айырмаһын

Туйсина Флүрә

♪
Начинаем
Был донъяла һин булмаһаң,
Кемде яратыр инем?
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Тик һинән айырмаһын» — Флүрә Туйсина

Был донъяла һин булмаһаң, Кемде яратыр инем? Шатлыҡ-ҡайғы, һағышымды Нисек таратыр инем? Яҙмыш еле мөхәббәттең Ҡанатын ҡайырмаһын. Утҡа һалһын, һыуға һалһын, Тик һинән айырмаһын. Был донъяла һин булмаһаң, Һөйөү булыр инеме. Һандуғастар тиктомалдан Һайрап торор инеме. Яҙмыш еле мөхәббәттең Ҡанатын ҡайырмаһын. Утҡа һалһын, һыуға һалһын, Тик һинән айырмаһын. Яҙмыш еле мөхәббәттең Ҡанатын ҡайырмаһын. Утҡа һалһын, һыуға һалһын, Тик һинән айырмаһын. Был донъяла һин булмаһаң, Ҡояш һүрелер ине. Мөхәббәтемде таба алмай, Йәнем өҙөлөр ине. Яҙмыш еле мөхәббәттең Ҡанатын ҡайырмаһын. Утҡа һалһын, һыуға һалһын, Тик һинән айырмаһын. Яҙмыш еле мөхәббәттең Ҡанатын ҡайырмаһын. Утҡа һалһын, һыуға һалһын, Тик һинән айырмаһын. Утҡа һалһын, һыуға һалһын, Тик һинән айырмаһын. Тик һинән айырмаһын.