Мөхәббәтем

Аҡйондоҙ

♪
Начинаем
Тулған ай бер мәл тәҙрәмдән
Нур һибер сәстәреңә.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Мөхәббәтем» — Аҡйондоҙ

Тулған ай бер мәл тәҙрәмдән Нур һибер сәстәреңә. Мин дә, ай бит, шул нурҙарҙан Керермен төштәреңә. Яҙмышымда һин — берҙән-бер Өмөтөм, мөхәббәтем. Бәғрем, һинһеҙ йәшәй алмам, Яныңда ла була алмам, Берҙән-берем, мөхәббәтем! Һине күрер өсөн килдем, Ашҡынып яндарыңа. Кире ҡайтһын тип, күңелем, Йәшлегем таңдарына. Яҙмышымда һин — берҙән-бер Өмөтөм, мөхәббәтем. Бәғрем, һинһеҙ йәшәй алмам, Яныңда ла була алмам, Берҙән-берем, мөхәббәтем! Ай нурҙары тәҙрәңдән Иркәләр сәстәреңде. Мин дә, ай бит, шул нурҙарҙан Керермен төштәреңә. Яҙмышымда һин — берҙән-бер Өмөтөм, мөхәббәтем. Бәғрем, һинһеҙ йәшәй алмам, Яныңда ла була алмам, Берҙән-берем, мөхәббәтем! Берҙән-берем, мөхәббәтем...