Кемдер
♪
Начинаем
Һин минең хаҡта оноттоңмы,
Инде башканы таптыңдамы?
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Кемдер» — Ғайсар Миңлеғолов
Һин минең хаҡта оноттоңмы,
Инде башканы таптыңдамы?
Ә минең күңел бары тик һиндә генә.
Онотоп булмай күҙҙәреңде,
Һыуытып булмай хистәремде,
Йөрәгем яна һаман да һин тип кенә.
Кемдер яңғыҙы йондоҙҙар һанай,
Кемдер тик һине онота алмай,
Кемдер ныҡ һағына,
Кемдер ныҡ юҡһына,
Кем булһын, ул - мин,
Йәнем, ул бит мин, ул мин.
Ниңә бер түгел юлдарыбыҙ,
Ниңә ай(ы)рылды ҡулдарыбыҙ?
Һинән башҡа йәм таба алмайым мин.
Кемдер яңғыҙы йондоҙҙар һанай,
Кемдер тик һине онота алмай,
Кемдер ныҡ һағына,
Кемдер ныҡ юҡһына,
Кем булһын, ул - мин,
Йәнем, ул бит мин, ул мин.
Булмаһаң да һин яндарымда,
Ҡалдың мәңгегә уйҙарымда,
"Мин дә һағындым" - тип, һин дә сыҡ ҡаршыма.
Кемдер яңғыҙы йондоҙҙар һанай,
Кемдер тик һине онота алмай,
Кемдер ныҡ һағына,
Кемдер ныҡ юҡһына,
Кем булһын, ул - мин,
Йәнем, ул бит мин, ул мин.