Йырҙар тыуа һине уйлаһам

Х.Усманов

Начинаем
2
Дауыл булып килдең күңелемә,
Йөрәгемә үтеп индең һин.
Кәртәләр бар беҙҙең араларҙа,
Хоҙай ҡауыштырыр, беләм мин.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Йырҙар тыуа һине уйлаһам» — Х.Усманов

Дауыл булып килдең күңелемә, Йөрәгемә үтеп индең һин. Кәртәләр бар беҙҙең араларҙа, Хоҙай ҡауыштырыр, беләм мин. Башҡа һөйөү килмәҫ инде тиеп, Риза булған инем яҙмышҡа. Көтмәгәндә юлдарыма сыҡтың, Ышанаһы килмәй яңлышҡа. Йәш араһын онотоп күҙ йомам.. Йырҙар тыуа һине уйлаһам Әллә ваҡытлыса мауығыуҙыр? Яңлышмаммы, һине һайлаһам? Башҡа һөйөү килмәҫ инде тиеп, Риза булған инем яҙмышҡа. Көтмәгәндә юлдарыма сыҡтың, Ышанаһы килмәй яңлышҡа. Фәрештәм, тип алдым ҡулдарыңды, Йылылығы ҡалды усымда. Өмөттәрем һүнеп барған саҡта Ялҡын бирҙең һөйөү таңында. Башҡа һөйөү килмәҫ инде тиеп, Риза булған инем яҙмышҡа. Көтмәгәндә юлдарыма сыҡтың, Ышанаһы килмәй яңлышҡа. Башҡа һөйөү килмәҫ инде тиеп, Риза булған инем яҙмышҡа. Көтмәгәндә юлдарыма сыҡтың, Ышанаһы килмәй яңлышҡа. Көтмәгәндә юлдарыма сыҡтың, Ышанаһы килмәй яңлышҡа. Ышанаһы килмәй яңлышҡа.