Нимә булды һиңә бөгөн
♪
Начинаем
Нәмә булды һиңә бөгөн,
Ситлектәге кесе ҡошом?
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Нимә булды һиңә бөгөн» — Нуриян Ишкулов
Нәмә булды һиңә бөгөн,
Ситлектәге кесе ҡошом?
Был донъянан туйҙыңмы әллә
Һайрай-һайрай йәйен, ҡышын?
Эй! Ни булды һиңә бөгөн?
Әллә һинең ауазыңды
Донъя шауы күмә микән?
Моңдарыңдың яҡтылығын
Әллә бер кем күрмәй микән?
Эй! Ни булды һиңә бөгөн?
Күңелдәрең ҡайҙа тарта?
Осор ҡыйблаң ҡай тарафта?
Һине ҡайҙа, кемдәр генә
Ҡабул ҡылыр икән?
Оса күрмә, ташлап китмә,
Инде мине йәтим итмә.
Әллә һуң һин үҙәгемдең
Өҙөлгән бер ҡылы микән…
Нәмә булды һиңә бөгөн,
Ситлектәге зарлы йырым?
Был бит һинең донъяң түгел
Ерҙә түгел һинең юлың.
Эй! Ни булды һиңә бөгөн?
Хушлашырға иртә әле,
Йырлар көндәр алда әле.
Һин бит моңдоң йырсы ҡылы
Әйҙә, йәнем, йырла әле.
Эй! Ни булды һиңә бөгөн?
Күңелдәрең ҡайҙа тарта?
Осор ҡыйблаң ҡай тарафта?
Һине ҡайҙа, кемдәр генә
Ҡабул ҡылыр икән?
Оса күрмә, ташлап китмә,
Инде мине йәтим итмә.
Әллә һуң һин үҙәгемдең
Өҙөлгән бер ҡылы микән…
Күңелдәрең ҡайҙа тарта?
Осор ҡыйблаң ҡай тарафта?
Һине ҡайҙа, кемдәр генә
Ҡабул ҡылыр икән?
Оса күрмә, ташлап китмә,
Инде мине йәтим итмә.
Әллә һуң һин үҙәгемдең
Өҙөлгән бер ҡылы микән…
Нәмә булды һиңә бөгөн...