Ҡәҙерле моң

Миңлеғолов Ғайсар

Начинаем
Һәр бер күлдең була үҙ ярҙары,
Һәр бер ярҙың була үҙ ҡомо.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Ҡәҙерле моң» — Ғайсар Миңлеғолов

Һәр бер күлдең була үҙ ярҙары, Һәр бер ярҙың була үҙ ҡомо. Һәр кешенең була үҙ йырҙары, Үҙ булмышы, теле, үҙ моңо. Һинең йырҙа торна сыңрауҙары, Моңһоуланған көҙҙөң һағышы. Саф һыуҙарын ер өҫтөнә биргән Шишмәләрҙең тынмаҫ ағышы. Һинең йырҙа яҙғы тәбиғәттең, Иҫертерлек ҡайнар һулышы. Тыйнаҡ ҡына башҡорт ҡыҙҙарының, Тәрән хисле ябай булмышы. Һинең йырҙа торна сыңрауҙары, Моңһоуланған көҙҙөң һағышы. Саф һыуҙарын ер өҫтөнә биргән Шишмәләрҙең тынмаҫ ағышы. Саф һыуҙарын ер өҫтөнә биргән Шишмәләрҙең тынмаҫ ағышы. Моңдарыңдан әйҙә йылы алһын, Һәр бер йортта ғаилә усағы. Минең дә бит ошо серле моңдан Күңелемдең тулған бер сағы. Һинең йырҙа торна сыңрауҙары, Моңһоуланған көҙҙөң һағышы. Саф һыуҙарын ер өҫтөнә биргән Шишмәләрҙең тынмаҫ ағышы. Саф һыуҙарын ер өҫтөнә биргән Шишмәләрҙең тынмаҫ ағышы.