Ғүмеркәйҙәр әҙ генә

Бикбулатов Фәрит

♪
Начинаем
Шишмә йырлай, салғы сыңлай,
Һулыр һауа бал ғына;
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Ғүмеркәйҙәр әҙ генә» — Фәрит Бикбулатов

Шишмә йырлай, салғы сыңлай, Һулыр һауа бал ғына; Шишмә йырлай, салғы сыңлай, Һулыр һауа бал ғына; Бел ҡәҙерен йәйҙәреңдең, Бел ҡәҙерен йәйҙәреңдең, Йәй — кәкүкле таң ғына, Йәй — кәкүкле таң ғына, таң ғына. Зәңгәр күктән ҡоштар үтә, Ергә һибелә сың ғына; Зәңгәр күктән ҡоштар үтә, Ергә һибелә сың ғына; Бел ҡәҙерен көҙҙәреңдең, Бел ҡәҙерен көҙҙәреңдең, Көҙ — нағышлы моң ғына, Көҙ — нағышлы моң ғына, моң ғына. Бел ҡәҙерен көҙҙәреңдең, Бел ҡәҙерен көҙҙәреңдең, Көҙ — нағышлы моң ғына, Көҙ — нағышлы моң ғына, моң ғына. Кис һәм иртә тәҙрә сиртә , Ел тынмайса һис кенә; Кис һәм иртә тәҙрә сиртә , Ел тынмайса һис кенә; Бел ҡәҙерен ҡыштарыңдың, Бел ҡәҙерен ҡыштарыңдың, Ҡыш — бер уйсан кис кенә, Ҡыш — бер уйсан кис кенә, кис кенә. Ҡояш нурлай, тамсы йырлай. Килә көләс яҙ ғына; Ҡояш нурлай, тамсы йырлай. Килә көләс яҙ ғына; Бел ҡәҙерен яҙҙарыңдың, Бел ҡәҙерен яҙҙарыңдың, Яҙ — өмөтлө наҙ ғына; Яҙ — өмөтлө наҙ ғына, наҙ ғына. Бел ҡәҙерен ил-көнөңдөң, Бел ҡәҙерен ғүмереңдең, — Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына, Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына, аҙ ғына