Яҙмышыма рәхмәт әйтәм

Лейсан и Миляуша Шариповы

♪
Начинаем
Яҙмышыма рәхмәт әйтәм,
Һине миңә, апайым, иткән.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Яҙмышыма рәхмәт әйтәм» — Лейсан и Миляуша Шариповы

Яҙмышыма рәхмәт әйтәм, Һине миңә, апайым, иткән. Бала саҡтан бергә үҫкәс, Яҡындан һин яҡын икән. Бала саҡтан бергә үҫкәс, Яҡындан һин яҡын икән. Бер туғандар булһаҡ та беҙ, Икебеҙгә — ике яҙмыш. Тормош еле арабыҙҙы Һыуытмаһын, кереп яңылыш. Минең өсөн һин — ҡояшым, Шатлығым һәм ҡыуанысым, Борсоуҙарым була ҡалһа — Ауыр саҡта таянысым. Йөрәгемдең борсоуҙарын Аңлағанға, һылыуҡайым, Һинең өсөн доға ҡылып, Рәхмәт әйтә күңелкәйем. Һинең өсөн доға ҡылып, Рәхмәт әйтә күңелкәйем. Бер туғандар булһаҡ та беҙ, Икебеҙгә — ике яҙмыш. Тормош еле арабыҙҙы Һыуытмаһын, кереп яңылыш. Минең өсөн һин — ҡояшым, Шатлығым һәм ҡыуанысым, Борсоуҙарым була ҡалһа — Ауыр саҡта таянысым. Онотмайыҡ әсәй һүҙен Һәм атайҙың аманатын. Тормошта гел терәк кәрәк — Бергә йәшәү еңелерәк. Тормошта гел терәк кәрәк — Бергә йәшәү еңелерәк. Бер туғандар булһаҡ та беҙ, Икебеҙгә — ике яҙмыш. Тормош еле арабыҙҙы Һыуытмаһын, кереп яңылыш. Минең өсөн һин — ҡояшым, Шатлығым һәм ҡыуанысым, Борсоуҙарым була ҡалһа — Ауыр саҡта таянысым. Борсоуҙарым була ҡалһа — Ауыр саҡта таянысым. Ауыр саҡта таянысым. Ауыр саҡта таянысым.