Яҙҙар булһа

Бикбулатов Фәрит

♪
Начинаем
Яҙҙар булһа, ярһып һайрар өсөн,
Сыйырсыҡтар ҡанат ҡағына;
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Яҙҙар булһа» — Фәрит Бикбулатов

Яҙҙар булһа, ярһып һайрар өсөн, Сыйырсыҡтар ҡанат ҡағына; Сыйырсыҡтар ҡанат ҡағынғанда, Мөхәббәтем, һине һағынам. Сыйырсыҡтар ҡанат ҡағынғанда, Мөхәббәтем, һине һағынам. Яҙҙар булһа, хуш иҫтәрен бөркөп, Болон сәскәләргә ябына; Болон сәскәлрргә ябынғанда, Ҡайтыр инем йәшлек яҙыма. Болон сәскәлрргә ябынғанда, Ҡайтыр инем йәшлек яҙыма. Яҙҙар булһа, осҡон ялҡынланып, Йөрәктәргә уттар ҡабына; Йөрәктәргә уттар, ҡабынғанда, Ҡайтып булмай йәшлек яҙына. Йөрәктәргә уттар, ҡабынғанда, Ҡайтып булмай йәшлек яҙына. Ҡайтып булмай йәшлек яҙына. Ҡайтып булмай йәшлек яғыма.