Кавалеристар йыры

Сибай филармонияһы егеттәр вокал ансамбле

♪
Начинаем
Ҡырсын таштар атыла,
Саҡма таштар ватыла.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Кавалеристар йыры» — Сибай филармонияһы егеттәр вокал ансамбле

Ҡырсын таштар атыла, Саҡма таштар ватыла. Яугир егет эйәрләһә, Бейеп килә аты ла. Ай-һай атлы ғәскәре, Ҡылысында көстәре, Хас дошманды ҡурҡытырлыҡ Айбар килгән төҫтәре. Ҡылысында көстәре, Хас дошманды ҡурҡытырлыҡ Айбар килгән төҫтәре. Ат ялында бетеүе, Ер сигенә етеүе. Бер һелтәүҙә дошмандарҙың Осоп ҡала етәүе. Ай-һай атлы ғәскәре, Ҡылысында көстәре, Хас дошманды ҡурҡытырлыҡ Айбар килгән төҫтәре. Ҡылысында көстәре, Хас дошманды ҡурҡытырлыҡ Айбар килгән төҫтәре. Юртағының һыны бар, Атлы ғәскәр даны бар. Еңеп ҡайтҡан егетеңде Алыҫтарҙан танып бар. Ай-һай атлы ғәскәре, Ҡылысында көстәре, Хас дошманды ҡурҡытырлыҡ Айбар килгән төҫтәре. Ҡылысында көстәре, Хас дошманды ҡурҡытырлыҡ Айбар килгән төҫтәре. Хас дошманды ҡурҡытырлыҡ Айбар килгән төҫтәре.