Кейек ҡаҙҙар китә
♪
Начинаем
Кейек ҡазҙҙар китә йылы яҡҡа
Төркөмдәре менән гел бергә;
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Кейек ҡаҙҙар китә» — Саид Билалов
Кейек ҡазҙҙар китә йылы яҡҡа
Төркөмдәре менән гел бергә;
Ҡаҙҙар китә, ә беҙ яҡын дуҫтар —
Һағынышып килдек күрешергә.
Ҡаҙҙар оса һауаларға,
Һыҙылып ҡала зәңгәр юлдары;
Ҡаҙҙар кеүек үтә, теҙелеп үтә
Онотолмаҫлыҡ йәшлек йылдары.
Яҙғы күкрәү, тәүге шашҡын хистәр…
Шул кистәрҙе иҫкә кем алмаҫ?
Саф хыялдар менән беркетелгән
Йәшлек дуҫығыбыҙ юғалмаҫ.
Ҡаҙҙар оса һауаларға,
Һыҙылып ҡала зәңгәр юлдары;
Ҡаҙҙар кеүек үтә, теҙелеп үтә
Онотолмаҫлыҡ йәшлек йылдары.
Кейек ҡаҙҙар китә ҡаңғылдашып,
Яманһыулап ҡала күңелдәр.
Ҡаҙҙар ҡайтыр, ләкин кире ҡайтмаҫ
Беҙ кисергән матур был көндәр.
Ҡаҙҙар оса һауаларға,
Һыҙылып ҡала зәңгәр юлдары;
Ҡаҙҙар кеүек үтә, теҙелеп үтә
Онотолмаҫлыҡ йәшлек йылдары.
Ҡаҙҙар кеүек үтә, теҙелеп үтә
Онотолмаҫлыҡ йәшлек йылдары.
Онотолмаҫлыҡ йәшлек йылдары.