Моңдар ҡайтһын ауылға
♪
Начинаем
Ауыл кисе. Таҫмаларҙан
Әй ағыла ят моңдар.
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Моңдар ҡайтһын ауылға» — Нариман Нигматов
Ауыл кисе. Таҫмаларҙан
Әй ағыла ят моңдар.
Ниндәй моңһоу, әллә инде
Телһеҙ ҡалған гармундар.
Әйт ауылым, ҡайҙа һуң моң?
Моң ҡайҙа һуң, әйт урам?
Аулаҡ өйлө һәм гармунлы
Йәшлегемде һағынам.
Йөрәктәргә осҡон һалып,
Гармунымда уйнайым.
Ауылыма моңдар биреп,
Урамҙарҙы буйлайым.
Әйт ауылым, ҡайҙа һуң моң?
Моң ҡайҙа һуң, әйт урам?
Аулаҡ өйлө һәм гармунлы
Йәшлегемде һағынам.
Ауыл кисе. Йәш йөрәктәр,
Гармун моңға һыуһаған.
Һөйөү булып моңдар ҡайтһын
Ауылыма яңынан.
Әйт ауылым, ҡайҙа һуң моң?
Моң ҡайҙа һуң, әйт урам?
Аулаҡ өйлө һәм гармунлы
Йәшлегемде һағынам.
Аулаҡ өйлө һәм гармунлы
Йәшлегемде һағынам.