Баламдың атаһына

Исмәғилева Гөлфиә

♪
Начинаем
Ғүмерҙәр үткәндә, донъялар көткәндә
Терәгең булһын ул яҡларлыҡ.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Баламдың атаһына» — Гөлфиә Исмәғилева

Ғүмерҙәр үткәндә, донъялар көткәндә Терәгең булһын ул яҡларлыҡ. Ғүмерҙәр үткәндә, донъялар көткәндә Терәгең булһын ул яҡларлыҡ. Арыған саҡта ла, һағынған саҡта ла Иңенә башыңды һалырлыҡ. Арыған саҡта ла, һағынған саҡта ла Иңенә башыңды һалырлыҡ. Баламдың атаһы, йәнемдең яртыһы, Таяныр кешем һин янымда. Баламдың атаһы, йәнемдең яртыһы, Таяныр кешем һин янымда. Һүҙ теймәҫ балама, күҙ теймәҫ ғаиләмә — Яҡлаусы ҡәҙерлем барында. Һүҙ теймәҫ балама, күҙ теймәҫ ғаиләмә — Яҡлаусы ҡәҙерлем барында. Һин мине һөйгәнгә, мин һине һөйгәнгә Тормоштар үрелә гөлдәргә. Һин мине һөйгәнгә, мин һине һөйгәнгә Тормоштар үрелә гөлдәргә. «Атай» тип йән атып, «Әсәй» тип яратып Балабыҙ йылмая күҙҙәргә. «Атай» тип йән атып, «Әсәй» тип яратып Балабыҙ йылмая күҙҙәргә. Ишектән инеүең, балаңды һөйөүең Наҙ булып түгелә ғаиләмә. Хоҙайым, ситһенмә, бәхетем күпһенмә, Барына ғүмерҙе йәлләмә. Хоҙайым, ситһенмә, бәхетем күпһенмә, Барына ғүмерҙе йәлләмә. Барына ғүмерҙе йәлләмә.