Аҡ күл

Вәлмөхәмәтов Радик

♪
Начинаем
Аҡ күл өҫтәрендә аҡ томандар,
Күтәрелә таңдар атҡанда.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Аҡ күл» — Радик Вәлмөхәмәтов

Аҡ күл өҫтәрендә аҡ томандар, Күтәрелә таңдар атҡанда. Һығынып ҡайтам тыуған яҡтарымды Муйыл шаулап сәскә атҡанда. Һығынып ҡайтам тыуған яҡтарымды Муйыл шаулап сәскә атҡанда. Йәшлегемә ҡайтам йылдар аша, Туғайҙарға, яҡты күлдәргә. Күбәләктәй осоп, гөлдәр ҡосоп, Менер өсөн йәшел үрҙәргә. Күбәләктәй осоп, гөлдәр ҡосоп, Менер өсөн йәшел үрҙәргә. Бөгөнгөләй иҫтә үҫмер саҡтар Һыуҙарыңда сумып уйнаным. Онотмамын һине тыуған яғым, Томбойоҡло аҡ күл буйҙарын. Онотмамын һине тыуған яғым, Томбойоҡло аҡ күл буйҙарын. Томбойоҡло аҡ күл буйҙарын.