Төштәремә керә бөҙрәләрең
♪
Начинаем
Төштәремә керә бөҙрәләрең,
Сәстәреңдә гелән аҙашам.
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Төштәремә керә бөҙрәләрең» — Харис Шәрипов
Төштәремә керә бөҙрәләрең,
Сәстәреңдә гелән аҙашам.
Төштәремә керә бөҙрәләрең,
Сәстәреңдә гелән аҙашам.
Хыялдарым ирей ал таңдарҙа,
Таңдар оҡшаш һинең ҡарашҡа.
Хыялдарым ирей ал таңдарҙа,
Таңдар оҡшаш һинең ҡарашҡа.
Бәхеттәрҙең бәрхәт балаҫтары
Түшәлгәндә аяҡ аҫтына.
Бәхеттәрҙең бәрхәт балаҫтары
Түшәлгәндә аяҡ аҫтына.
Бүлешәйем тейеп бәхетемде,
Эҙҙәреңде эҙләп ашҡынам.
Бүлешәйем тейеп бәхетемде,
Эҙҙәреңде эҙләп ашҡынам.
Уртаҡ яҙҙар беҙгә яҙғандыр бит ,
Елеп килһәм толпар эйәрҙә.
Уртаҡ яҙҙар беҙгә яҙғандыр бит ,
Елеп килһәм толпар эйәрҙә.
Аҙаштырып алтын сәстәремде
Яндарымдан һине ебәрмәм.
Аҙаштырып алтын сәстәремде
Яндарымдан һине ебәрмәм.
Аҙаштырып алтын сәстәреңде
Яндарымдан мине ебәрмәм.
Аҙаштырып алтын сәстәреңде
Яндарымдан мине ебәрмәм.