Умырзая
♪
Начинаем
Мөхәббәт – тулҡын, йәнем – ут-ялҡын,
Үҙ яғым яҡын, булһа ла һалҡын.
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Умырзая» — Хәсән Усманов
Мөхәббәт – тулҡын, йәнем – ут-ялҡын,
Үҙ яғым яҡын, булһа ла һалҡын.
Ғүмер аҙ ғына, һөйөү наҙ ғына,
Мин – умырзая, бул һин яҙ ғына.
Ғүмер аҙ ғына, һөйөү наҙ ғына,
Мин – умырзая, бул һин яҙ ғына.
Яҙ, ҡояш яна, күңел нур йыя,
Йәмләнә донъя, һағышым – даръя.
Ғүмер аҙ ғына, һөйөү наҙ ғына,
Мин – умырзая, бул һин яҙ ғына.
Ғүмер аҙ ғына, һөйөү наҙ ғына,
Мин – умырзая, бул һин яҙ ғына.
Тормош юлымда бул һин яҙ ғына,
Беҙҙең бәхеткә бер аҙым ғына.
Ғүмер аҙ ғына, һөйөү наҙ ғына,
Мин – умырзая, бул һин яҙ ғына.
Ғүмер аҙ ғына, һөйөү наҙ ғына,
Мин – умырзая, бул һин яҙ ғына.
Мөхәббәт – тулҡын, йәнем – ут-ялҡын,
Үҙ яғым яҡын, булһа ла һалҡын.
Ғүмер аҙ ғына, һөйөү наҙ ғына,
Мин – умырзая, бул һин яҙ ғына.
Ғүмер аҙ ғына, һөйөү наҙ ғына,
Мин – умырзая, бул һин яҙ ғына,
Мин – умырзая, бул һин яҙ ғына.
Бул һин яҙ ғына,
Бул һин яҙ ғына!