Әсәй һинең ҡулдарың

Азаматова Бибисара

Начинаем
Һинең ҡулдар, мине һөйә-һөйә,
Бишектәргә һалған ҡулдар ул.
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Әсәй һинең ҡулдарың» — Бибисара Азаматова

Һинең ҡулдар, мине һөйә-һөйә, Бишектәргә һалған ҡулдар ул. Һуңғы телемдәрен миңә биреп, Үҙе ҡоро ҡалған ҡулдар ул. Һуңғы телемдәрен миңә биреп, Үҙе ҡоро ҡалған ҡулдар ул. Һинең ҡулдар, керҙәремде йыуып, Тупаҫланып бөткән ҡулдар ул. Утта бешеп, һалкыннарҙа өшөп, Һөялләнеп бөткән ҡулдар ул. Утта бешеп, һалкыннарҙа өшөп, Һөялләнеп бөткән ҡулдар ул. Ун биш йәшлек ҡыҙҙар ҡулына ла Алыштырмам һинең кулыңды. Шул ҡулдарың менән тағын бер ҡат Иркәләсе, әсәй, улыңды. Шул ҡулдарың менән тағын бер ҡат Иркәләсе, әсәй, балаңды.