Ашыҡма китергә

Азаматова Бибисара

Начинаем
Даръялар ҡупҡанда ,
Донъя ут тотҡанда,
0:00
0:00

Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.

Текст песни «Ашыҡма китергә» — Бибисара Азаматова

Даръялар ҡупҡанда , Донъя ут тотҡанда, Һин ҡалһаң тотҡонда, Мин ҡалһам упҡында... Сабыр ит аҙ ғына, Ашыҡма китәргә, Һағыштан яндырма, Яттарға ҡалдырма. Сабыр ит аҙ ғына, Ашыҡма китәргә, Һағыштан яндырма Йәшәүем хаҡына. Күңелдәр яраһы Йөрәкте өткәндә, Яңылыштар яралып, Яҙмыштар көткәндә... Сабыр ит аҙ ғына, Ашыҡма китәргә, Һағыштан яндырма, Яттарға ҡалдырма. Сабыр ит аҙ ғына, Ашыҡма китәргә, Һағыштан яндырма Йәшәүем хаҡына. Тормоштоң яҙҙары Нурҙарын һипкәндә, Һөйөүем наҙҙары Өмөтөн көткәндә... Сабыр ит аҙ ғына, Ашыҡма китәргә, Һағыштан яндырма, Яттарға ҡалдырма. Сабыр ит аҙ ғына, Ашыҡма китәргә, Һағыштан яндырма Йәшәүем хаҡына. Һағыштан яндырма Йәшәүем хаҡына. Һағыштан яндырма Йәшәүем хаҡына!