Ҡайтып киләм
♪
Начинаем
Мин йыраҡтан ҡайтып киләм,
Көткән кешем барын беләм.
0:000:00
Засечки — начала куплетов. Стрелки ← → прыгают по ним, а не по секундам.
Текст песни «Ҡайтып киләм» — Руслан Ниғмәтов
Мин йыраҡтан ҡайтып киләм,
Көткән кешем барын беләм.
Күпме һыуҙар инде аҡҡан
Күптәр мине лә онотҡан.
Беҙ яратҡан ҡыҙҙар ҡайҙа булған улар?
Тынып ҡалған ауылымдағы урамдар.
Ҡыҫҡа итәк кейгән, беҙҙе өҙөлөп һөйгән
Ҡыҙҙар хәҙер инде апайҙар булғандар.
Ауылым да ныҡ үҙгәргән,
Олоғайған күрше-күләм.
Әсәйемдең сәстәренә
Ап-аҡ булып салдар кергән.
Беҙ яратҡан ҡыҙҙар ҡайҙа булған улар?
Тынып ҡалған ауылымдағы урамдар.
Ҡыҫҡа итәк кейгән, беҙҙе өҙөлөп һөйгән
Ҡыҙҙар хәҙер инде апайҙар булғандар.
Һиҙҙермәйсә ғүмер үтә,
Беҙҙе ҡыуып йәштәр үҫә.
Күрше малай егет булған,
Ҡай арала кәләш алған?
Беҙ яратҡан ҡыҙҙар ҡайҙа булған улар?
Тынып ҡалған ауылымдағы урамдар.
Ҡыҫҡа итәк кейгән, беҙҙе өҙөлөп һөйгән
Ҡыҙҙар хәҙер инде апайҙар булғандар.
Үҙгәрһә лә йәнгә яҡын
Тыуып үҫкән ауылҡайым,
Һаумы, тиеп сәләм бирә
Өй ҡаршында яңғыҙ ҡайын.
Беҙ яратҡан ҡыҙҙар ҡайҙа булған улар?
Тынып ҡалған ауылымдағы урамдар.
Ҡыҫҡа итәк кейгән, беҙҙе өҙөлөп һөйгән
Ҡыҙҙар хәҙер инде апайҙар булғандар.
Беҙ яратҡан ҡыҙҙар ҡайҙа булған улар?
Тынып ҡалған ауылымдағы урамдар.
Ҡыҫҡа итәк кейгән, беҙҙе өҙөлөп һөйгән
Ҡыҙҙар хәҙер инде апайҙар булғандар,
Ҡыҙҙар хәҙер инде апайҙар булғандар.