Текст песни «Аҡ болоттар (песня 2)» — Гөлсөм Бикбулатова
Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә,
Эх, шуларҙы тотоп алаhы.
Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтәләр шул,
Йәш көйөнсә килә ҡалаhы.
Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә.
Эх, шуларҙы тотоп алаhы,
Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтәләр,
Йәш көйөнсә килә ҡалаhы.
Йәшлек йылдар бик тиҙ үтәләр шул,
Хәтирәләр генә ҡалдырып.
Ағарталар сикә сәскәйҙәрен,
Маңлайҙарҙа hырҙар ҡалдырып.
Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә.
Эх, шуларҙы тотоп алаhы,
Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтәләр,
Йәш көйөнсә килә ҡалаhы.
Көтөп тормай беҙҙе бер ҙә ваҡыт,
Әллә ҡайҙа шулай ашыға!
Ҡыуып тота алмай йәш ғүмерҙе,
Йәйәүле лә, хатта атлы ла.
Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә.
Эх, шуларҙы тотоп алаhы,
Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтәләр,
Йәш көйөнсә килә ҡалаhы.