Текст песни «Ысын мөхәббәт» — Раиль Уметбаев
Уйсан ҡарашыңда күргем килә һөйөү осҡонон,
Йөрәкте өтөрҙәй ялҡынын.
"Яратам" тиһәң дә күңелең ҡайҙалыр ашҡына,
Әллә юҡ хафаға бирелеп, йәнем, яңлышам?
Утҡа һал, һыуға ла һал мине,
Күктәргә ашыр йөрәгемде.
Мең саҡрым арала ла һүнмәҫ
Ысын мөхәббәт йылытһын ине.
Иркәм арала һин һөйөп һөйөлмәү ғазабынан,
Этәрмә, ташлама яттар ҡосағына.
Һағышлы мәл үтер, мәңге китмәҫ бәхеткә табан
Икебеҙгә һалырмын йондоҙҙарҙан күпер.
Утҡа һал, һыуға ла һал мине,
Күктәргә ашыр йөрәгемде.
Мең саҡрым арала ла һүнмәҫ
Ысын мөхәббәт йылытһын ине.
Утҡа һал, һыуға ла һал мине,
Күктәргә ашыр йөрәгемде.
Мең саҡрым арала ла һүнмәҫ
Ысын мөхәббәт йылытһын ине.