Текст песни «Алдар батыр» — Бүреләр
Бөтә халыҡ минән ҡурҡа, алдаҡсы тиеп:
Йәнә мейемдә шайтандар йөрөйҙәр бейеп,
Ете йома бер аҙнала, уйҙарым тоноҡ,
Кешелекте мин йөрөйөм бер үҙем боҙоп.
Сәмреғоштоң арҡаһында мин осоп барам,
Бейек офоҡ араһынан ергә күҙ һалам.
Дейеүҙәрҙән бөтә ерҙе мин бит ҡотҡарам,
Ете диңгеҙ аръяғына шуға ашығам.
Урам буйында йөрөһәм күң(е)лем теленә,
Һәр мөйөш һайын мәскәйҙәр миңә күренә.
Меңҡарыш йөрөй һаҡалын ергә һөрәтеп.
Бер ваҡыт булырмы был донъяны үҙгәртеп?
Сәмреғоштоң арҡаһында мин осоп барам,
Бейек офоҡ араһынан ергә күҙ һалам.
Дейеүҙәрҙән бөтә ерҙе мин бит ҡотҡарам,
Ете диңгеҙ аръяғына шуға ашығам.
Сәмреғоштоң арҡаһында мин осоп барам,
Бейек офоҡ араһынан ергә күҙ һалам.
Дейеүҙәрҙән бөтә ерҙе мин бит ҡотҡарам,
Ете диңгеҙ аръяғына шуға ашығам.