Текст песни «Ас күҙеңде» — Бүреләр
Ас күҙеңде, кешем,
Ҡара тирә яҡҡа.
Хоҙай әллә биргәнме
Аҡыл һиңә бушҡа?
Ҡайғырта(һы)ң үҙеңде,
Уйламай башҡаны.
Әйтерһең дә намыҫың
Үлә алмай ҡаҡшаны.
Тештәреңде ҡыҫып, ҡылған эштәреңде
Башың менән уйла!
Ҡурҡмайса төштәрҙән уянырға булһаң –
Беҙҙең менән йырла!
Бысраҡ уйындарҙа үлә балаларың,
Хатта белмәй ҙә халыҡ, нишләп тыуғандарын.
Тәбиғәттең битен уяң бысаҡ менән,
Киләсәк быуыныңа нимә ҡалыр һинән?
Тештәреңде ҡыҫып, ҡылған эштәреңде
Башың менән уйла!
Ҡурҡмайса төштәрҙән уянырға булһаң –
Беҙҙең менән йырла!
Тештәреңде ҡыҫып, ҡылған эштәреңде
Башың менән уйла!
Ҡурҡмайса төштәрҙән уянырға булһаң –
Беҙҙең менән йырла!