Текст песни «Ашыҡма» — Бүреләр
Тоноҡ төҫтәге был донъя ситлеккә һине бикләп ҡуя.
Башыңда уйҙар бутала, ҡараштар үткер булһа ла.
Тура юлдан ситкә баҫырға, үҙ-үҙеңде юҡҡа сығарырға,
Ялғанлыҡ, нәфрәт, хыянат булырҙар һиңә пар ҡанат.
Был тормоштоң мәғәнәһен юғалтһаң да,
Бәхет теге донъяла, тип уйлаһаң да,
Һин ашыҡма, ас күҙеңде,
Төкөр битенә шул үлемдең.
Бар бит башың, уй-хыялың.
Нишләп тапмаҫҡа башҡа юлдарын?
Һин ашыҡма, ас күҙеңде,
Төкөр битенә шул үлемдең.
Бар бит башың, уй-хыялың.
Нишләп тапмаҫҡа башҡа юлдарын?
Юҡ-барға башыңды эймә – көслө булырға кәрәк һиңә.
Ғазаптар артта ҡалһындар, хәтер утында янһындар.
Көтәләр һине яҡты көндәр – бөтәһе лә быны ишетһендәр.
Ҡурҡмай яһа аҙымыңды алға, тура баҫып барған юлға.
Был тормоштоң мәғәнәһен юғалтһаң да,
Бәхет теге донъяла, тип уйлаһаң да,
Һин ашыҡма, ас күҙеңде,
Төкөр битенә шул үлемдең.
Бар бит башың, уй-хыялың.
Нишләп тапмаҫҡа башҡа юлдарын?
Һин ашыҡма, ас күҙеңде,
Төкөр битенә шул үлемдең.
Бар бит башың, уй-хыялың.
Нишләп тапмаҫҡа башҡа юлдарын?