Етәр мине өйрәтергә

Бүреләр

0:000:00
100%

Текст песни «Етәр мине өйрәтергә» — Бүреләр

Тик бер таҡтанан йөрөргә! Артыҡ һорауҙар бирмәҫкә! Ҡушҡан эштәрҙе эшләргә! Кәрәкме һуң былар беҙгә? Мин арыным был баҫымдан, Етәр мине өйрәтергә! Кәрәкмәй миңә бығауҙар, Үҙем беләм ни эшләргә! Ишетәгеҙме? Бар тәнемде уратҡандар Көмөш сымдар һәм сынйырҙар. Үлсәп асаң ауыҙыңды, Бәлки йәлләп тә ҡуйырҙар. Мин арыным был баҫымдан, Етәр мине өйрәтергә! Кәрәкмәй миңә бығауҙар, Үҙем беләм ни эшләргә! Ишетәгеҙме? Мин арыным был баҫымдан, Етәр мине өйрәтергә! Кәрәкмәй миңә бығауҙар, Үҙем беләм ни эшләргә! Ишетәгеҙме?