Көрәш йәшәү хаҡына

Бүреләр

0:000:00
100%

Текст песни «Көрәш йәшәү хаҡына» — Бүреләр

Айырылһа ла беҙҙең юлдар, Ҡар аҫтында ҡалмаҫ улар. Ҡаш һикертә беҙгә яҙмыш, Ә күҙҙәре тулы һағыш. Юғалтырға мине һин ашыҡма, Ышанысты тоғро һаҡла. Сәсрәтһәң дә тирә яҡҡа нәфрәтеңде, Һин йәшермә хистәреңде. Башыңды юғалтып, һин, йәнем, шашынма, Бар ғәләмгә ҡул һелтәп, сыҡ минең ҡаршыма. Ҡайғы-хәсрәттәреңде ташла аяҡ аҫтына, Бөтәһенә үс итеп, көрәш йәшәү хаҡына. Китер булһаң да был донъянан, Башлармын тип тормошто һин яңынан, Хәтирәләр яндырыр йөрәгеңде, Тешләр булһаң да һин терһәгеңде. Башыңды юғалтып, һин, йәнем, шашынма, Бар ғәләмгә ҡул һелтәп, сыҡ минең ҡаршыма. Ҡайғы-хәсрәттәреңде ташла аяҡ аҫтына, Бөтәһенә үс итеп, көрәш йәшәү хаҡына. Башыңды юғалтып, һин, йәнем, шашынма, Бар ғәләмгә ҡул һелтәп, сыҡ минең ҡаршыма. Ҡайғы-хәсрәттәреңде ташла аяҡ аҫтына, Бөтәһенә үс итеп, көрәш йәшәү хаҡына. Башыңды юғалтып, һин, йәнем, шашынма, Бар ғәләмгә ҡул һелтәп, сыҡ минең ҡаршыма. Ҡайғы-хәсрәттәреңде ташла аяҡ аҫтына, Бөтәһенә үс итеп, көрәш йәшәү хаҡына. Башыңды юғалтып, һин, йәнем, шашынма, Бар ғәләмгә ҡул һелтәп, сыҡ минең ҡаршыма. Ҡайғы-хәсрәттәреңде ташла аяҡ аҫтына, Бөтәһенә үс итеп, көрәш йәшәү хаҡына.