Текст песни «Минең йондоҙом» — Бүреләр
Ни өсөн күп осраҡта күңелдәрҙә уттар һүнә?
Йөрәгеңдән урғылған нур көсө бөткәнгәме әллә?
Еңелдеңме еңел генә тапап барлыҡ булмышыңды,
Мең өлөшкә бүлдеңме әллә ҙур өмөтле тормошоңдо?
Оса йондоҙ йыһан буйлап
Яҡты нурын бүләк итеп ергә.
Тик һин һүнмә, һин юғалма,
Изге юлың бик ныҡ кәрәк миңә.
Куңелдәге усаҡтарҙың һүрелмәһен өсөн ялҡындары
Ныҡ осонма hәм осорма иң яҡты хыял осҡондарын.
Тормош һынауҙары бик күп, булыр кәрәк һәр саҡ сабыр.
Яҙмыш яҙған тура юлды минең йондоҙом яҡтыртыр.
Оса йондоҙ йыһан буйлап
Яҡты нурын бүләк итеп ергә.
Тик һин һүнмә, һин юғалма,
Изге юлың бик ныҡ кәрәк миңә.
Оса йондоҙ йыһан буйлап
Яҡты нурын бүләк итеп ергә.
Тик һин һүнмә, һин юғалма,
Изге юлың бик ныҡ кәрәк миңә.