Төштәреңә керермен

Бүреләр

0:000:00
100%

Текст песни «Төштәреңә керермен» — Бүреләр

Йырҙарымды бағышлайым, һүрәттәреңде эшләйем, Яҡты тормошто теләйем, тик һин быларҙы белмәйһең. Йәшәйһең һин хыялдарҙа, белмәйсә минең барымды. Теләһәң, теләмәһәң дә башлайым мин был уйынды. Донъяңды онотторам, Хистәреңде болғандырам, Уттар һалам йөрәгеңә, Керәм һинең төштәреңә. SMSтарҙы ташлайым бер-бер артлы һандарыңа, Тулҡын булып та һуғылам һинең текә ярҙарыңа. Тик һин ҡайҙалыр ашыға(һы)ң, һынап минең түҙемлекте, Ләкин беләм күптә үтмәй булырһың һин тик минеке. Донъяңды онотторам, Хистәреңде болғандырам, Уттар һалам йөрәгеңә, Керәм һинең төштәреңә. Һорамайса ваҡыт үтер, Аңларһың һин барыһын да, Шул ваҡытта тыныслыҡты Табырһың тик яндарымда. Донъяңды онотторам, Хистәреңде болғандырам, Уттар һалам йөрәгеңә, Керәм һинең төштәреңә. Донъяңды онотторам, Хистәреңде болғандырам, Уттар һалам йөрәгеңә, Керәм һинең төштәреңә.