Текст песни «Кышҡы романс» — Фидан Гафаров
Аҡты ташып, аҡты ярһып ҡар һыуҙары,
Шулдыр инде яҙҙың ташып ярһыуҙары.
Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр,
Аҡты илап икәү бергә һалған эҙҙәр.
Һин – ғүмер ағыштарым,
Һин – минең һағыштарым,
Һин – минең шатлыҡ илем,
Юғалтыу, табыштарым.
Һин – минең һағыштарым...
Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға,
Көндәр аға, айҙар аға, йылдар аға.
Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да,
Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала.
Һин – ғүмер ағыштарым,
Һин – минең һағыштарым,
Һин – минең шатлыҡ илем,
Юғалтыу, табыштарым.
Һин – минең һағыштарым...
Бына инде тағы ергә ҡарҙар яуа,
Бөтә нәмә туңған төҫлө ҡар аҫтында.
Һыуҙар аға, айҙар аға, йылдар аға,
Һине курәм айҙар, йылдар ҡарашында.
Һин – ғүмер ағыштарым,
Һин – минең һағыштарым,
Һин – минең шатлыҡ илем,
Юғалтыу, табыштарым.
Һин – минең һағыштарым,
Һин – минең һағыштарым,
Һин – минең һағыштарым...