Яҙмыштан булмай уҙмыш

Гафаров Фидан

0:000:00
100%

Текст песни «Яҙмыштан булмай уҙмыш» — Фидан Гафаров

Йөрәктәр ҡушылды, ә юлдар айрылды, Уртаға ярылды тормоштар. Яртышар-яртышар ҡалдыҡ беҙ – нишләрбеҙ Яҙмыштан булмаһа уҙмыштар? Яртышар-яртышар ҡалдыҡ беҙ – нишләрбеҙ Яҙмыштан булмаһа уҙмыштар? Һөйгәнем - яттарҙа. Моңһоу таң атҡанда өҙөлә йәндәрем, өҙөлә. Хәсрәтем юғала, шатлығым юл ала Бер генә ҡараһам йөҙөңә. Хәсрәтем юғала, шатлығым юл ала Бер генә ҡараһам йөҙөңә. Дөм ҡара төндәрҙә, йондоҙҙар һүнгәндә Йөрәкте саҡмалай сағырмын. Менермен үрҙәргә, төшөрмөн гүрҙәргә - Яҙмыштан уҙмыштар табырмын. Менермен үрҙәргә, төшөрмөн гүрҙәргә - Яҙмыштан уҙмыштар табырмын.