Текст песни «Рәхмәт, атай, әсәй» — Гүзәл Габитова
Ғумерҙәрҙең төрле мәле була,
Гел ҡояшлы тормай көндәр ҙә.
Болотло ла була, ямғырлы ла,
Оҡшаш була ҡара төндәргә.
Өшөгәндә йәнде йылытырға
Киләм әле һаман мин һеҙгә,
Атай, әсәй – яҡын кешеләрем,
Йәшәгеҙ еткәнсе һеҙ йөҙгә!
Атай, әсәй – яҡын кешеләрем,
Йәшәгеҙ еткәнсе һеҙ йөҙгә!
Ябай көндәремде байрам итә
Һеҙҙең нурлы, яҡты йөҙөгөҙ.
Тормош юлын үткән саҡта кәрәк
Кәңәшегеҙ, йылы һүҙегеҙ.
Өшөгәндә йәнде йылытырға
Киләм әле һаман мин һеҙгә,
Атай, әсәй – яҡын кешеләрем,
Йәшәгеҙ еткәнсе һеҙ йөҙгә!
Атай, әсәй – яҡын кешеләрем,
Йәшәгеҙ еткәнсе һеҙ йөҙгә!
Әлдә һеҙ бар әле атай - әсәй
Тормош елдәренән яҡларға.
Һеҙҙең иркә наҙығыҙҙы тойоп
Ҡабат ҡайтам бала саҡтарға.
Өшөгәндә йәнде йылытырға
Киләм әле һаман мин һеҙгә,
Атай, әсәй – яҡын кешеләрем,
Йәшәгеҙ еткәнсе һеҙ йөҙгә!
Атай, әсәй – яҡын кешеләрем,
Йәшәгеҙ еткәнсе һеҙ йөҙгә!
Йәшәгеҙ еткәнсе һеҙ йөҙгә!