Мәңгелек мөхәббәт

Газиев Идрис

4
Мәңгелек мөхәббәт - әсәйҙең күҙҙәре.
Юлдарға әйтелгән, атайҙың һүҙҙәре.
Шуныһы үкенес - һуң ғына аңлайбыҙ,
Күңелдең аҡлығын, һүҙҙәрҙең сафлығын.
0:000:00
100%

Текст песни «Мәңгелек мөхәббәт» — Идрис Газиев

Мәңгелек мөхәббәт - әсәйҙең күҙҙәре. Юлдарға әйтелгән, атайҙың һүҙҙәре. Шуныһы үкенес - һуң ғына аңлайбыҙ, Күңелдең аҡлығын, һүҙҙәрҙең сафлығын. Шуныһы үкенес, һуң ғына аңлайбыҙ, Күңелдең аҡлығын, һүҙҙәрҙең сафлығын, Һүҙҙәрҙең сафлығын... Еңел булмай яҙмыш, ул һыулы, кәртәле. Тормош күперҙәрен үтәһе бар әле. Тормош юлдарымда, янымда үҙҙәре - Әсәйҙең күҙҙәре, атайҙың һүҙҙәре. Тормош юлдарымда, янымда үҙҙәре - Әсәйҙең күҙҙәре, атайҙың һүҙҙәре, Атайҙың һүҙҙәре... Ҡайҙа ғ(ы)на ташлаһа, үҙемде яҙмыштар, Ҡартайтып, ашығып үтһә лә яҙ ҡоштар, Һәр ваҡыт хәтерҙә һаҡлармын үҙҙәрен - Әсәйҙең күҙҙәрен, атайҙың һүҙҙәрен. Һәр ваҡыт хәтерҙә һаҡлармын үҙҙәрен - Әсәйҙең күҙҙәрен, атайҙың һүҙҙәрен, Атайҙың һүҙҙәрен... Һәр ваҡыт хәтерҙә һаҡлармын үҙҙәрен - Әсәйҙең күҙҙәрен, атайҙың һүҙҙәрен. Һәр ваҡыт хәтерҙә һаҡлармын үҙҙәрен - Әсәйҙең күҙҙәрен, атайҙың һүҙҙәрен, Әсәйҙең күҙҙәрен, Атайҙың һүҙҙәрен, Әсәйҙең күҙҙәрен...