Хин йылмаяһың

Абдрахманов Ильгиз

0:000:00
100%

Текст песни «Хин йылмаяһың» — Ильгиз Абдрахманов

Яралар уңалыр, һағыштар юғалыр, Ял итерһең минең ҡосаҡта. Бар донъя таң ҡалыр һәм ғәләм һоҡланыр, Беҙҙең шул бәхетле саҡҡа. Тауҙарҙы артылып, кәртәләрҙе йырып, Осраштыҡ беҙ йәнә осраштыҡ. Яҙмышҡа үс итеп, хистәрҙе йыр итеп Һөйөүҙе беҙ таптыҡ тормошта. Һин йылмаяһың һин йылмаяһың Миңә ҡарап күҙ йәштәрең аша Һин йылмайып ҡына ҡарап тораһың Алыҫтарҙа ҡалған йылдар аша Һин йылмаяһың һин йылмаяһың Миңә ҡарап күҙ йәштәрең аша Һин йылмайып ҡына ҡарап тораһың Алыҫтарҙа ҡалған йылдар аша Беҙ китербеҙ бергә әкиәт иленә, Йондоҙҙар күктә янырҙар. Тик була бит ерҙә йондоҙ кеүек ҡыҙҙар Һинең кеүек сағыу йондоҙҙар. Мин ҡапыл уяндым һәм һине тапманым Ҡараңғы һәм һалҡын бүлмәмдә. Һәм шул саҡ тәҙрәнән мин күккә ҡараным Яҡты нурҙар тулды күңелгә. Һин йылмаяһың һин йылмаяһың Миңә ҡарап күҙ йәштәрең аша Һин йылмайып ҡына ҡарап тораһың Хыял булып йыһан аша Һин йылмаяһың һин йылмаяһың Миңә ҡарап күҙ йәштәрең аша Һин йылмайып ҡына ҡарап тораһың Хыял булып йыһан аша Һин йылмаяһың һин йылмаяһың Миңә ҡарап күҙ йәштәрең аша Һин йылмайып ҡына ҡарап тораһың Хыял булып йыһан аша Һин йылмаяһың һин йылмаяһың Миңә ҡарап күҙ йәштәрең аша Һин йылмайып ҡына ҡарап тораһың Хыял булып йыһан аша