Текст песни «Хағыштарым» — Етегән
Көтмәгәндә яҙмыш осраштырҙы
Ап-аҡ ҡарҙар яуған урамда.
Һинең менән икәү тағы бергә
Аҙашырға ине буранда.
Төштәремдә күрәм һине һаман,
Һис онота алмам үткәнде.
Һағыштарым күмеп күңелемде
Белһәң ине өҙ(ө)лөп көткәнде.
Айлы ғына төндә юлға сығып,
Күҙҙәремдең тоймай талғанын,
Көтәм, белмәйенсә бурандарҙы
Юлдарыңа көрттәр һалғанын.
Төштәремдә күрәм һине һаман,
Һис онота алмам үткәнде.
Һағыштарым күмеп күңелемде
Белһәң ине өҙ(ө)лөп көткәнде.
Ҡабатланмаҫ тәүге осрашыуҙар
Аҙашһаҡ та ҡабат буранда.
Ҡултыҡлашып уҙа башҡа парҙар
Аҡ йондоҙҙар яуған урамдан.
Төштәремдә күрәм һине һаман,
Һис онота алмам үткәнде.
Һағыштарым күмеп күңелемде
Белһәң ине өҙ(ө)лөп көткәнде,
Белһәң ине өҙ(ө)лөп көткәнде,
Белһәң ине өҙ(ө)лөп көткәнде...