Атай, Әсәй

Бикбулатова Гөлсөм

0:000:00
100%

Текст песни «Атай, Әсәй» — Гөлсөм Бикбулатова

Беҙҙе оҙатҡанда күҙегеҙҙә Һағыш та, һөйөү ҙә сағыла. Сал кергән сәстәрегеҙгә Елдәр иркәләп ҡағыла. Атай, әсәй, ҡәҙерлеләрем, Йөрәгемдең һеҙ яртыһы. Һеҙҙе һағынамын бигерәк, Килә гел өйгә ҡайтаһы! Тыуған өйҙөң йылы түрендә Өҫтәлдәлер ҡайнар сәйегеҙ, Әсәйҙең йылы икмәге, Беҙҙең турала һүҙегеҙ. Атай, әсәй, ҡәҙерлеләрем, Йөрәгемдең һеҙ яртыһы. Һеҙҙе һағынамын бигерәк, Килә гел өйгә ҡайтаһы! Өмөттәребеҙҙе һүндермәй, Йәшәгеҙ оҙаҡ, атай, әсәй. Йылы ҡосағығыҙ һаҡлай Беҙгә ел-ямғыр тейҙермәй! Атай, әсәй, ҡәҙерлеләрем, Йөрәгемдең һеҙ яртыһы. Һеҙҙе һағынамын бигерәк, Килә гел өйгә ҡайтаһы! Атай, әсәй, ҡәҙерлеләрем, Йөрәгемдең һеҙ яртыһы. Һеҙҙе һағынамын бигерәк, Килә гел өйгә ҡайтаһы! Һеҙҙе һағынамын бигерәк, Килә гел өйгә ҡайтаһы!