Текст песни «Һөйөү күпере» — Ильгиз Абдрахманов
Күп йылдар үтеп китһә лә, һөйөү уты һүнмәй күңелемдә.
Күкрәктә һыҙлай йөрәк яраһы, эйе.
Иҫтәремә төшәһең дә, томандарға ҡабат керәһең,
Яңғыҙ һөйөү күперендә ҡалдым мин мәңгегә.
Үткәндәрҙән ҡайтма, һағыш йөрәкте ҡабат өҙһә лә,
Үткәндәрҙән ҡайтма, шул күперҙә тик һине көтһәм дә
Үткәндәрҙән ҡайтма, һағыш йөрәкте ҡабат өҙһә лә,
Үткәндәрҙән ҡайтма, һин тик ҡайтма
Шул күперҙә көтһәм дә,
Шул күперҙә көтһәм дә,
Шул күперҙә көтһәм дә,
Шул күперҙә..
Күп йылдар үтеп китһә лә, һөйөү уты һүнмәй күңелемдә.
Мөхәббәт булған баҫҡан ярҙары, эйе.
Ирендә шул һинең наҙҙар, устарымда һөйөү ҡулдары,
Тормош йылғаһында ағам мин йыраҡҡа.
Үткәндәрҙән ҡайтмам, һағыш йөрәкте ҡабат өтһә лә,
Үткәндәрҙән ҡайтмам, шул күперҙә тик мине көтһәңдә
Үткәндәрҙән ҡайтмам, һағыш йөрәкте ҡабат өтһә лә,
Үткәндәрҙән ҡайтмам, мин һис ҡайтмам
Шул күперҙә көтһәңдә,
Шул күперҙә көтһәңдә,
Шул күперҙә көтһәңдә,
Шул күперҙә..
Үткәндәрҙән ҡайтма, һағыш йөрәкте ҡабат өҙһә лә,
Үткәндәрҙән ҡайтма, шул күперҙә тик мине көтһәңдә
Үткәндәрҙән ҡайтмам, һағыш йөрәкте ҡабат өтһә лә,
Үткәндәрҙән ҡайтмам, мин һис ҡайтмам
Шул күперҙә көтһәңдә,
Шул күперҙә көтһәңдә,
Шул күперҙә көтһәңдә,
Шул күперҙә..