Текст песни «Ярат мине» — Ильгиз Абдрахманов
Моңһоу ай ҡарай тәҙрәбеҙгә,
Алдымда һинең наҙлы һының.
Бер аҙым һине ҡосаҡларға
Һәм дә йышая һинең тының.
Ярат мине, мөхәббәтем,
Бирел һөйөү ялҡынына.
Ярат мине, һөйгәнем,
Аҙаш хистәр даръяһында,
Ҡурҡма, мин яныңда...
Ирендәр тейә муйыныңа,
Һәм һинең йыуаш тәнең ҡалтрай.
Ҡулдарың эҙләй теләгәнде
Улар хәҙер һине тыңламай.
Ярат мине, мөхәббәтем,
Бирел һөйөү ялҡынына.
Ярат мине, һөйгәнем,
Аҙаш хистәр даръяһында,
Ҡурҡма, мин яныңда...
Батабыҙ һөйөү диңгеҙендә,
Яй ғына ябаң күҙҙәреңде.
Наҙлы ҡысҡырыу, наҙлы көйҙәр,
Ҡулдарың ҡыҫа ҡулдарымды.
Ярат мине, мөхәббәтем,
Бирел һөйөү ялҡынына.
Ярат мине, һөйгәнем,
Аҙаш хистәр даръяһында,
Ҡурҡма, мин яныңда...
Ҡурҡма, мин яныңда...