Текст песни «Йәшлегем» — Венер Абдуллин
Бик йыраҡта ҡалды минең,
Йырлап үткән йәшлек сағым.
Шул йәшлегем иҫкә төшһә,
Йөрәккәйем әрней тағын.
Һағынам, һағынам, һағынам мин һине
Йәшлегем, йәшлегем, йәшлегем ҡайт әле
Ҡайҙа һин, ҡайҙа һин, ҡайҙа һин йәшлегем
Йәшлегем, йәшлегем, йәшлегем ҡайт әле.
Аҡ томандар, аҡ ҡайындар,
Бигрәк матур ине шул саҡ.
Көндә кисен яныр ине
Һыу буйында беҙҙең усаҡ.
Һағынам, һағынам, һағынам мин һине
Йәшлегем, йәшлегем, йәшлегем ҡайт әле
Ҡайҙа һин, ҡайҙа һин, ҡайҙа һин йәшлегем
Йәшлегем, йәшлегем, йәшлегем ҡайт әле.
Шул усаҡтың яҡтыһында,
Күргән инем бер сибәрҙе.
Шундай матур йырлай ине,
Ғашиҡ итеп егеттәрҙе.
Һағынам, һағынам, һағынам мин һине
Йәшлегем, йәшлегем, йәшлегем ҡайт әле
Ҡайҙа һин, ҡайҙа һин, ҡайҙа һин йәшлегем
Йәшлегем, йәшлегем, йәшлегем ҡайт әле.
Һағынам, һағынам, һағынам мин һине
Йәшлегем, йәшлегем, йәшлегем ҡайт әле
Ҡайҙа һин, ҡайҙа һин, ҡайҙа һин йәшлегем
Йәшлегем, йәшлегем, йәшлегем ҡайт әле.
Һағынам, һағынам, һағынам мин һине
Йәшлегем, йәшлегем, йәшлегем ҡайт әле
Йәшлегем, йәшлегем, йәшлегем ҡайт әле.
Йәшлегем, йәшлегем...
Йәшлегем, ҡайт әле!